Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКБУЛАТОВ Игорь Хөснөт улы

Просмотров: 1158

БИКБУЛАТОВ Игорь Хөснөт улы (19.10.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Бүребай ҡсб), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1991), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында эшләй; 1968 й. башлап Стәрлетамаҡ химия з‑дының лаб. нач., үҙәк лаб. нач. урынбаҫары; 1973 й. алып СССР Дәүләт хлор етештереү сәнәғәте ғилмитикшеренеү һәм проект ин‑ты Стәрлетамаҡ филиалының фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, дир.; 1986—2011 йй. ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалы дир. һәм бер үк ваҡытта дөйөм химик технология каф. мөдире, 2003 й. алып экология һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1997 й. башлап БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑тында лаб. мөдире (Стәрлетамаҡ ҡ.). Фәнни хеҙмәттәре бутадиендың цикллы олигомерҙарын, хлоргидриндарҙы һәм уларҙың оксидтарын сәнәғәттә синтезлау технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Б. хлоргидрин оксидтарын алыу өсөн ресурс һаҡлаусы технологиялар, синтетик каучуктарҙың мономерҙарын — углеводородтарҙы дегидрирлауҙың экологик яҡтан хәүефһеҙ технологияһы, химик технологиялар өсөн экологик тышлыҡтар концепцияһы (үткәргес торбалар һ.б. өсөн махсус тышлыҡтар уйлап таба) тәҡдим итә. Б. уйлап табыуҙары СССР‑ҙың хлор сәнәғәте пр‑тиеларында индерелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Безотходное производство хлоргидринов. М., 2000; Микроволновое излучение и интенсификация химических процессов. М., 2003 (авторҙ.); Промышленная экооболочка. М., 2008.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019