Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР

Просмотров: 1475

БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР, тере организмдарҙың физиол. процестарына йоғонто яһай алыусы химик берләшмәләр (күберәк органик). Б.а.м. антибиотиктар, витаминдар, гормондар, феромондар, пестицидтар һ.б. инә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. уртаһынан Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков етәкс. эйкозаноидтар (М.С.Мифтахов, А.Г.Толстиков), нуклеозидтар, пиретроидтар, феромондарҙың тулы синтезы өлкәһендә даими тикшеренеүҙәр үткәрелә; үҫемлек сеймалынан алынған терпеноидтарҙың модификациялары, глицирризин кислотаһы нигеҙендә вирусҡа ҡаршы ниглизин препараты эшләнә (Л.Ә.Балтина). Тәбиғи һәм модификацияланған простагландиндарҙы стереоүҙенсәлекле синтезлауҙың аҙ сығымлы ысулдары уйлап табыла, юғары эффектив эстуфалан һәм клатрапростин ветеринар препараттары етештереүгә индерелә (Ф.А.Вәлиев, Мифтахов). Аритмияға ҡаршы аллапинин препаратының төп компоненты лаппаконитин алкалоидын алыу (төньяҡ аконитынан) технологияһы эшләнә (М.С.Юнысов). 5‑окси‑6‑метилурацилдың β‑D‑ксилофуранозаһы, фторхинолон һәм эллиптицин алкалоиды нигеҙендә перспективалы дарыу препараттары (ш. иҫ. СПИД-ҡа ҡаршы) уйлап табыла (И.Б.Абдрахманов, В.П.Кривоногов, Ә.Ғ.Мостафин). Алыуы еңел булған тәбиғи һәм нефтехимия сеймалынан аттрактанттар, ювеноидтар, хитин биосинтезы ингибиторҙарын синтезлау схемалары, умартасылыҡ препараттары эшләнә (Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец, В.Н.Одиноков). 80-се йй. аҙ. алып ҡыҫала һымаҡтар хитинынан алынған хитозан нигеҙендә бактериялар һәм вирустарға ҡаршы препараттар эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Ю.Б.Монаков, И.Р.Муллағәлиев, Ю.И.Муринов). Биохимия һәм генетика институтында үҫеште көйләү һәм фунгицид активлығына эйә стифун препараты эшләнә. Нефтехимия һәм катализ институтында микозға ҡаршы базуран препараты эшләнә, метронидазол (трихопол) дарыу препараты (У.М.Джемилев), Е витаминын синтезлау өсөн триметилфенол (Ю.В.Чуркин) һәм изофитол (Одиноков) ярым продукттары, иммунохимик анализға диагностикалау реагенттарын (Р.И.Хөснөтдинов) сәнәғәт производствоһында алыуҙың перспективалы технологиялары уйлап табыла. Биохимия һәм генетика ин-ты м-н берлектә илдә етештерелгән таҙалығы юғары гиалурон к‑таһы һәм лидаза препаратын алыу технологиялары камиллаштырыла (Н.Р.Елаев), травманан һуң күҙ шыйыҡсаһын элекке хәленә ҡайтарыусы гель етештереү технологияһы үҙләштерелә, ҡайһы бер нервы ауырыуҙары, остеохондроз, уратма тимрәү һәм герпес вирусы барлыҡҡа килтергән ауырыуҙарҙы дауалау саралары эшләнә (С.А.Башкатов). 1996 й. алып үҫемлек сеймалынан алынған, мед. һәм а.х. өсөн һөҙөмтәле препарат яһау өсөн ҡулланылған экдистероидтарҙы айырыу, идентификациялау һәм синтетик трансформациялау б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (О.А.Балтаев, Одиноков). Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында юғары сифатлы гербицидтар, фунгицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр, антгельминтиктар алыу технологиялары эшләнә; органик берләшмәләрҙең гербицид, үҫеш көйләү һәм фармакологик активлығын компьютер ярҙамында прогнозлау ысулы уйлап табыла (Р.Б.Вәлитов, В.С.Пилюгин, В.Д.Симонов, Л.А.Тюрина). Нефть техник университетында Д.Л.Рахманҡолов етәкс. циклоалкандарҙың кислород, азот, көкөрт, кремний, фосфорлы 1,3‑дигетероаналогтары нигеҙендә үҫемлекселек һәм малсылыҡ өсөн эффектив биостимуляторҙар һәм фунгицидтарҙы синтезлау ысулдары эшләнә (С.С.Злотский, В.В.Зорин, У.Б.Имашев). Вакциналар һәм сывороткалар институтында инфекцион ауырыуҙар, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк, арҡа мейеһе һәм бөйөр, эренле-септик ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү, иммунитет коррекцияһы өсөн үҫемлектәрҙән алынған сеймалдан күп функциялы яңы препараттар табыу һәм булғандарын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. “Иммунопрепарат” ФДУП‑ы церебролизат, простатилен һ.б. дарыу препараттары сығара; орозин (термик бешеүҙе дауалау өсөн), фосфагель (ашҡаҙан-эсәк юлын дауалау өсөн) етештереүгә әҙерләй. Гиста-, иммуно-, тригистаглобулин эшләү технологиялары етештереүгә индерелә. 1971 й. СССР-ҙа беренсе тапҡыр интерферон етештереү үҙләштерелә. Өфө витамин заводы ААЙ витамин препараттары (аскорбин һәм никотин к‑талары, аэровит, декамевит һ.б.), ауыртыуҙы баҫыусы (анальгин, парацетамол һ.б.), йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалаусы һәм спазмолитик (валидол, дибазол һ.б.), энергия алмашыныуын яҡшыртыусы (кокарбоксилаза гидрохлоридын) һ.б. дарыуҙар етештерә.

Хеҙм.: Райс Э. Природные средства защиты растений от вредителей. М., 1986; Буров В.Н., Сазонов А.П. Биологически активные вещества в защите растений. М., 1987; Овчинников Ю.А. Биоорганическая химия. М., 1987.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: