Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИООРГАНИК ХИМИЯ

Просмотров: 1011

БИООРГАНИК ХИМИЯ, органик матдәләрҙең төҙөлөшө һәм уларҙың биол. функциялары араһындағы бәйләнеште органик химия ысулдары һәмалымдары ярҙамында өйрәнеүсе фән. Б.х. тикшеренеү объекттары — биополимерҙар, тере организмдар составына ингән тәбиғи биол. актив матдәләр, биол. процестарҙың синтетик көйләгестәре (дарыу препараттары, пестицидтар һ.б.). Б.х. төп бурыстары: йәнле тәбиғәт объекттарынан таҙа хәлдә биол. актив матдәләрҙе айырып алыу, уларҙың химик составын һәм төҙөлөшөн асыҡлау, синтез, молекуланың төҙөлөшө м-н уның биол. тәьҫире араһындағы бәйләнеште өйрәнеү һәм химик тәьҫир итеү механизмын асыҡлау. Үҙ аллы фән булараҡ Б.х. 20 б. 50-се йй. башында биохимия, органик химия һәм тәбиғи берләшмәләр химияһы сиктәрендә формалаша. Б.х. аяҡҡа баҫыуы һәм артабанғы үҫеше мед., а.х., химия сәнәғәте, микробиология сәнәғәте, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтенең ғәмәли бурыстары м‑н тығыҙ бәйле. Б.х. һәм ген инженерияһы ысулдарын үҙ-ара яраҡлаштырыу һөҙөмтәһендә, аҡһым‑пептид үҙенсәлекле ҡатмарлы матдәләр (инсулин, интерферон, кешенең буйға үҫеү гормондары һ.б.) алыу мөмкинлеге тыуа. Органик химия институтында 70‑се йй. алып — Г.А.Толстиков етәкс. түбән молекуляр биокөйләгес‑простагландиндар, лейкотриендар, феромондар, ювеноидтар, углеводтар, нуклеозидтар, глицирризин кислотаһы сығарылмаларын, пиретроидтар, алколоидтарҙы синтезлау; 90-сы йй. алып Нефтехимия һәм катализ институтында экдистероидтарҙы (ҡара: Стероид берләшмәләре) һәм терпеноидтарҙы (ҡара: Терпендар) айырып алыу, берҙәмлеген иҫбатлау һәм аналогтарын синтезлау б-са тикшеренеүҙәр алып барыла. Медицина университетында 1995—2010 йй. биоорганик һәм клиник химия каф. эшләй, БДУ‑ла 2001 й. Б.х. каф. ойошторола.

Әҙәб.: Овчинников Ю.А. Биоорганическая химия. М., 1987.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: