Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ БИОТЕХНИК ҺАҠЛАУ ЫСУЛЫ

Просмотров: 1338

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ БИОТЕХНИК ҺАҠЛАУ ЫСУЛЫ, ҡоротҡос бөжәктәрҙән үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың (а.х., урман, декоратив) интеграциялы ысулының ҡушма өлөшө, биол., химик һәм техник саралар ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала. Айырым бөжәк төрҙәренең үҙ‑үҙен тотошона ҡарап уларҙы йәлеп итеү йәки ҡурҡытыу өсөн билдәле физик (тауыш, яҡтылыҡ, төҫ), химик (алдатҡыс ем, аттрактанттар, репелленттар, феромондар) ҡуҙғытҡыстарҙы ҡулланыуға нигеҙләнгән. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. телгә алына (Германияла рапс сәсеүлектәрендә төҫлө ауҙар ҡулланыу). Ү.б.һ.ы. фәнни концепцияһы формалашыуына органик синтез, биоорганик химия һәм энтомология өлкәһендәге ҡаҙаныштар (бөжәктәрҙең ювениль гормондарын һәм феромондарын бүлеп алыу, идентификациялау, ҡайһы бер тәбиғи биологик актив матдәләрҙең тәбиғәттәге төрҙәрҙең эске, тышҡы бәйләнештәрен координациялауға һәм яйға һалыуға йоғонтоһон асыҡлау һ.б.) булышлыҡ итә. Башҡортостанда 80‑се йй. Ү.б.һ.ы. барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше биол. актив матдәләрҙе синтезлау өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең киңәйеүенә һәм тәрәнәйеүенә, яңы энтомологик елемдәр эшләүгә бәйле. Экологик яҡтан зарарһыҙ ысул Биохимия һәм цитохимия бүлеге (В.А.Вәхитов, Д.В.Әмирханов), Химия ин‑ты (ҡара: Органик химия институты), Нефтехимия һәм катализ ин‑ты (В.Н.Одиноков, Ю.А.Сангалов), Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин-ты һәм РФА‑ның Төп ботаника баҡсаһы (икеһе лә — Мәскәү) ғалимдары тарафынан эшләнгән. Ҡайһы бер биотехник сараларҙың һайлап йоғонто яһауын тотоп алыу һәм юҡ итеү урындарына бер йәки бер төр бөжәктәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Айырыуса карантинлы ҡоротҡостарҙы табыу, айырым төрҙәрҙең һанын контролдә тотоу (хатта айырым затты теркәп була) йәки ҡайһы бер бөжәк популяцияларының таралыу сығанағын асыҡлау өсөн һөҙөмтәле. Төҫлө, феромон елемле ауҙар (ш. иҫ. тотҡос билбауҙар) һ.б. биотехник саралар ҡулланыла. Органик химия ин‑тында, Нефтехимия һәм катализ ин‑тында энтомологик елемдең, феромонлы препараттарҙың ҙур булмаған партиялары алына һәм илдең башҡа төбәктәренә ебәрелә. Респ. Ү.б.һ.ы. “Алексеевка” ДУАХП‑нда, “Башҡортостан cәскәләре” ЯАЙ‑нда һәм теплица хужалыҡтарында (аҡ ҡанатлы оранжерея көйәһе м‑н көрәшеү өсөн; ҡара: Тигеҙ ҡанатлы томшоҡлолар), урмандарҙы ҡоротҡос бөжәктәрҙән (ҡабыҡ аҫты ҡандалаһы, парһыҙ ебәк күбәләге һ.б.) һаҡлар өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: С а н г а л о в Ю.А. Биотехнический метод защиты растений //Новые средства и методы защиты растений: сб. науч. тр. Уфа, 1992.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: