Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы

Просмотров: 1175

БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы (22.5.1945, БАССР-ҙың Салауат р-ны Лағыр а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2006). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре аминдар һәм ҡайһы бер металл нитраттары нигеҙендә өслө һыулы-тоҙло системаларҙың комплекстары барлыҡҡа килеүен, фаза тигеҙләнешен өйрәнеүгә, һөҙөмтәләрҙе органик булмаған оксидтарҙан наноструктур материалдар эшләгәндә ҡулланыуға арналған. ТЭС ҡалдыҡтарынан ванадийҙы, сода һәм эзбиз эретмәләре ярҙамында ванадий һәм марганецты айырып алыу ысулдарын эшләй. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Фазовые равновесия в процессах синтеза неорганических материалов. Самара, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: