БРОДСКИЙ Александр Ильич
БРОДСКИЙ Александр Ильич (6.6.1895, Екатеринослав ҡ. — 21.8.1969, Киев), физик‑химик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), Украина ССР‑ы ФА акад. (1939). Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). Фәнни хеҙмәттәре химик термодинамика, эретмәләр электрохимияһы, изотоптар химияһы, химик бәйләнештәр теорияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Б. етәкс. илдә тәүге тапҡыр ауыр һыу алыу ҡоролмаһы төҙөлә (1934). Украина ССР‑ы ФА Өфөгә эвакуацияланған осорҙа (1941—43) Б. етәкс. төрлө маркалы ҡоростарҙы, иретмәләрҙе, мотор яғыулығын һ.б. анализлау ысулдары эшләнә һәм респ. пр‑тиеларында индерелә; урындағы сей күмерҙән карболен алыу технологияһы һәм аммоний сульфатынан водород пероксидын электрохимик ысул м‑н алыу ҡоролмаһы уйлап табыла. Сталин пр. лауреаты (1946).
М.А.Сәйетова
Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева