БУДНИКОВ Пётр Петрович
БУДНИКОВ Пётр Петрович (9.10.1885, Смоленск ҡ. — 6.12.1968, Мәскәү), химик-неорганик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1939), Украина ССР‑ы ФА акад. (1939). Соц. Хеҙмәт Геройы (1965). Фәнни хеҙмәттәре силикаттар һәм оксидтар химияһы һәм химик технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, силикат етештереү сәнәғәте өсөн тәбиғи сеймал табыу һәм уны рациональ эшкәртеү проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. Б. тарафынан утҡа сыҙамлы, керамик һәм бәйләүес материалдарҙың яңы төрҙәре эшләнә һәм етештереүгә индерелә. Украина ССР‑ы ФА Өфөгә эвакуацияланған осорҙа (1941—43 йй.) БАССР ХКС эргәһендәге Төҙөлөш материалдары ин‑ты (ҡара: БашНИПИстром) дир. урынбаҫары. Б. етәкс. боксит мәғдәне ятҡылыҡтары тикшерелә һәм уларҙы алюмин етештереүҙә файҙаланыу мөмкинлектәре нигеҙләнә; ангидридлы‑глинозёмлы цемент алыу технологияһы булдырыла (С.П.Зорин ҡатнашлығында) һәм уны етештереү илдә тәүге тапҡыр Өфөлә ойошторола. Сталин пр. лауреаты (1942, 1950, 1952).
М.А.Сәйетова, Л.И.Шарапова
Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева