Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУТИЛ СПИРТТАРЫ

Просмотров: 1397

БУТИЛ СПИРТТАРЫ, бутанолдар, С4Н9ОН, бер атомлы алифатик спирттар. Нормаль (бутанол‑1, пропилкарбинол), икенсел (бутанол‑2, метилэтилкарбинол), изобутил (изобутанол, 2‑метилпропанол‑1, изопропилкарбинол), өсөнсөл (трет‑бутанол, 2‑метилпропанол‑2, триметилкарбинол) Б.с. билдәле. Бутанол‑1 (1‑Б.), бутанол‑2 (2‑Б.), изобутанол (изо‑Б.) — спирт еҫле төҫһөҙ шыйыҡсалар, күп кенә органик эреткестәр һәм һыу м‑н еңел ҡушылалар. Трет‑бутанол (трет‑Б.) ғәҙәти шарттарҙа камфара еҫле ҡаты матдә. Башҡортостанда 1966 й. илдә тәүге тапҡыр нефтехимия сеймалынан (уға тиклем ашлыҡтан алғандар) пропилендан оксосинтезлау м‑н алынған май (1‑Б.) һәм изомай(изо‑Б.) альдегидтарын гидрирлау юлы м‑н Б.с. етештереү Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) үҙләштерелә. Пр‑тиеның тәж.‑тикшеренеү цехында гидрирлау процесы өсөн бергә ҡушып иретелгән, йәки һөлдәле, алюмин‑никель‑титан катализаторы уйлап табыла һәм производствоға индерелә (Н.Х.Вәлитов, М.С.Захаров, А.С.Колбасин, В.А.Потеряхин, М.Ф.Сисин). Ошо уҡ пр‑тиела Б.с. метилэтилкетон, ДАФ‑789 маркалы пластификаторҙар (фталь альдегиды нигеҙендә) етештереүҙә ҡулланыла. Б.с. производствоһының куб ҡалдыҡтарынан юғары май спирттары, ш. иҫ. 2‑метилгексанол, алыу процесы уйлап табыла. Респ. Б.с. етештереү күләме (йылына мең т): 1980 й. — 240; 2000 — 136,6. Ҡулланыусылар — РФ, яҡын һәм алыҫ сит ил пр‑тиелары. Шулай уҡ 2‑Б. бутилендарҙың 70—85%‑лы көкөрт кислотаһы м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүенән барлыҡҡа килгән эфирҙарҙың гидролизы һөҙөмтәһендә алалар. Б.с. — лак‑буяу сәнәғәтендә эреткестәр сифатында, пластификаторҙар һ.б. алыуҙа; 1‑Б. — бутилацетат, бутилакрилат, гликолдәрҙең эфирҙарын синтезлауҙа; изо‑Б. майлаусы майҙарға присадкалар, пестицидтар, хуш еҫле матдәләр, аҙыҡ-түлек эссенциялары, дарыу саралары һ.б. алыуҙа ҡулланалар.

Әҙәб.: Ганкин В.Ю., Гуревич Г.С. Технология оксосинтеза. Л., 1981; Потеряхин В.А., Фахреев Н.К., Зыкина Р.Ф. Комбинат. Уфа, 1998.

В.Н.Одиноков, В.А.Потеряхин

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: