Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРӨ РАЙОНЫ

Просмотров: 1519

БӨРӨ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Борай, төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Мишкә һәм Благовещен, көньяҡта — Кушнаренко, көнбайышта Дүртөйлө р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963—65 йй. Б.р. составына Мишкә р‑ны терр‑яһы ингән. Майҙаны — 1717 км2. Адм. үҙәге — Бөрө ҡ., Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа 98 км һәм Благовещен т. юл ст. төньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 70,7; 1959 — 58,3; 1989 — 18,9; 2002 — 19,9; 2010 — 19,8. Милли составы (2002): урыҫтар — 43,9%, мариҙар — 34,3%, башҡорттар — 13,4%, татарҙар — 6,8%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,0 кеше/ км2. Районда 14 ауыл советы, 75 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Калинники (1,0 мең), Осиновка (1,0 мең) ауылдары.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Б.р. Бөрө биләне сиктәрендә ята. Ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы (Кулаков, Ласынтау, Сосновый Лог һ.б.), балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Пономарёвка), нефть ятҡылыҡтары (Бөрө, Спасский), ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Костарёв) асылған. Климаты континенталь, бер аҙ ҡоро. Уртаса йыллыҡ т‑ра 2,6°С, ғин. уртаса т‑ра −14°С, июлдә 19,1°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. −47°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500—550 мм, йылы осорҙа 350 мм. Гидрографик селтәр Ағиҙел й. ҡушылдыҡтарынан, иҫке үҙәндәрҙән тора. Районда Бөрө минераль һыу сығанаҡтары, Уржум минераль һыу сығанаҡтары, Калинники, Тухтаров минераль һыу сығанаҡтары, Шестиковка һаҙлығы урынлашҡан. Ағиҙел й. уң яры һоро урман тупрағы өҫтөнлөк иткән урманлы даланан (терр‑яның 27%‑ын урман ҡаплаған) тора; һыҙалар һәм карст соҡорҙары буйлап имән, йүкә, ҡарама, саған, сәтләүеклек үҫә. Һул ярҙа күбеһенсә дала, йыуылған ҡара тупраҡ таралған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Шәмсетдин күле, Андреевка һәм Вознесенка аа. эргәһендәге кедрҙар, ҡарағас һәм элек ултыртылған ҡарағай культуралары, “Сосновый бор” ял йорто эргәһендәге ҡарағайлыҡ — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Бөрө заказнигы ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 110,2 мең га (дөйөм майҙандың 64,2%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 53,9, сабынлыҡтар — 20,5, көтөүлектәр — 34,5. Район төньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [2 МУП, 12 ЯСЙ, 73 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, картуф, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә махсуслаша. Умартасылыҡ, балыҡсылыҡ үҫешә. Районда Бөрө сорт һынау участкаһы, тоҡомсолоҡ эше б‑са “Бөрө” бүлендек пр‑тиеһы, зона ветеринария бактериология лаб., ветеринария станцияһы урынлашҡан. “Үҙәк” МТС‑ы эшләй. Район терр‑яһынан Өфө—Бөрө—Яңауыл, Бөрө—Таҙтүбә—Һатҡы (Силәбе өлк.), Бөрө—Дүртөйлө, Бөрө—Кушнаренко автомобиль юлдары үтә. Судносылыҡ осоронда Ағиҙел й. буйлап транспорт бәйләнеше асыла. Б.р. үҙәк иҡтисади төбәккә инә.

Районда 18 дөйөм белем биреү мәктәбе, 17 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар муз. мәктәбе; ауыл участка дауаханаһы, ауыл амбулаторияһы, 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты, “Сосновый бор” ял йорто, “Толпар” Өфө туберкулёзға ҡаршы балалар шифаханаһы филиалы, 27 клуб учреждениеһы, 24 китапхана бар. “Победа” гәз. сыға.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: