Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШ МАЛ АЛИМЕНТАР АНЕМИЯҺЫ

Просмотров: 783

ЙӘШ МАЛ АЛИМЕНТАР АНЕМИЯҺЫ, ҡан яһаусы органдарҙың функцияһы боҙолоу арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыу. Йышыраҡ 5—30 көнлөк сусҡа балаларында, башлыса көҙгө‑ҡышҡы йәки яҙғы осорҙа күҙәтелә. Мал организмына микроэлементтарҙың (тимер, баҡыр, кобальт һ.б.) ыуыҙ, һөт һәм өҫтәмә туҡландырыу м‑н тейешле кимәлдә алынмауы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Й.м.а.а. булғанда тиресәләрҙең, ағзаларҙың төҫһөҙлөгө, тын ҡыҫылыу, хәлһеҙлек, аппетит, аш һеңдереү боҙолоуы, тән ауырлығының кәмеүе һ.б. күҙәтелә. Диагноз эпизоотологик, клиник, патологоанатомик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре нигеҙендә ҡуйыла. Дауалау өсөн составында тимер булған препараттар (антианемин, импозил-200, көкөртлө баҡыр тоҙо, ферроглюкин‑75, ферродекс һ.б.) ҡулланыла. Иҫкәртеү өсөн яҡшы сифатлы аҙыҡ ашатыу тәҡдим ителә. Башҡортостанда был ауырыу тупраҡта, һыуҙа һәм мал аҙығында баҡыр һәм кобальт миҡдары аҙ булған райондарҙа (Баҡалы, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ, Әбйәлил һ.б.) йышыраҡ осрай. Й.м.а.а. дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын фәнни яҡтан тикшереү 20 б. 50‑се йй. алып Аграр университетта үткәрелә (С.А.Ивановский, Н.А.Судаков, З.А.Урманов һ.б.). Ғалимдар тарафынан респ. хужалыҡтарында а.х. малдарының рационына индереү өсөн микроэлементтарҙың дозалары иҫәпләп сығарыла (Ивановский).

Әҙәб.: Байматов В.Н., Исмагилова Э.Р. Регуляция обмена веществ у животных в норме и патологии. Уфа, 2000.

В.Н.Байматов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019