Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНДРЕЕВА Әлфиә Васильевна

Просмотров: 677

АНДРЕЕВА Әлфиә Васильевна (23.1.1958, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ерекле а.), ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (2003). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1988 й. алып уҡытыусы, 2008 й. — паразитология, эпизоотология, зоогигиена һәм ветеринар‑санитар экспертиза каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре хайуандар организмының иммунологик реактивлығын өйрәнеүгә арналған. А. һыйырҙарҙа эндометрит ваҡытында прополис нигеҙендәге яңы дарыу препараттары ярҙамында иммунитетты коррекциялау ысулын уйлап таба. 430‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Иммунный статус при эндометритах коров и методы его коррекции. М.; Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019