Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АШҠАҘАН АЛДЫ АТОНИЯҺЫ

Просмотров: 792

АШҠАҘАН АЛДЫ АТОНИЯҺЫ, көйшәүсе хайуандарҙың аҙыҡ эшкәртеү ағзаларының (оло ҡарын, бәләкәй ҡарын, ҡатлансыҡ) моторик функцияһы көсһөҙләнеүе йәки эшлектән сығыуы. Йыш ҡына туҡланыу рационы боҙолғанда һәм сифатһыҙ аҙыҡ ашатҡанда һыйырҙарҙа һәм кәзәләрҙә була. А.а.а. ваҡытында хайуандарҙың аппетиты боҙола, ашҡаҙан алдында сереү процесы башлана (кикергәндә ауыҙынан насар еҫ килә), көйшәүе һүлпәнәйә йәки бөтөнләй туҡтай. Диагноз клиник тикшереүҙәр һәм руминография мәғлүмәттәре нигеҙендә ҡуйыла. Дауалау өсөн диета, оло ҡарынға массаж, ашҡаҙан алды моторикаһына тәьҫир иткән дарыуҙар тәғәйенләнә. Ауырыуҙы иҫкәртеү: сифатлы һәм даими ашатыу, рационға етешмәгән микроэлементтарҙы индереү кәңәш ителә. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында (Благовар, Кушнаренко, Өфө һ.б.) А.а.а. аҙыҡта һәм һыуҙа кальцийҙың артыҡ һәм иод, кобальт, баҡыр, селен, цинктың аҙ булыуы арҡаһында матдәләр алмашыныуы боҙолоуынан барлыҡҡа килә. Аграр университетта ашҡаҙан алды моторикаһына минераль матдәләрҙең тәьҫире өйрәнелә (Д.Т.Ғарипов, Е.И.Клевец, А.К.Ҡудашев, С.М.Лоҡманов, Н.Й.Мусина, В.Н.Поляков, С.А.Әминева).

Әҙәб.: Диагностика, лечение и профилактика микроэлементозов сельскохозяйственных животных. Уфа, 1997.

П.Я.Гущин

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019