БАҺАУЕТДИНОВ Айҙар Марат улы
БАҺАУЕТДИНОВ Айҙар Марат улы (1.1.1973, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы а.), ветеринар врач. Ветеринария фәндәре докторы (2009). БДАУ‑ҙы тамамлағандан һуң (1995) шунда уҡ уҡыта (өҙөклөк менән; 2003—07 йй. аҙыҡ-түлек технологияһы факультеты деканы урынбаҫары). 2000—02 йй. БР‑ҙың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ветеринария идаралығының төп белгесе. Фәнни эшмәкәрлеге сусҡаның эске ағзалары, нервы системаһы ауырыуҙарын һәм матдәләр алмашыныуын, дарыу препараттарының ирекле радикаль окисланыу процестарына тәьҫирен өйрәнеүгә арналған.
Хеҙм.: Морфофункциональные изменения в печени животных после действия ксенобиотиков. Уфа, 2001 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

