Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРА ҠАУҘЫ

Просмотров: 741

ҠАРА ҠАУҘЫ (Ciconia nigra), ҡауҙы һымаҡтар отрядының ҡауҙылар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көнбайыш, Урта һәм Көнсығыш Азияла, Урта һәм Көньяҡ Европала, Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 100 см тиклем, ауырлығы 3 кг яҡын, ҡанатының ҡоласы 205 см тиклем. Ҡауырһын ҡапламы ҡара, шәмәхә һәм йәшел ялтырауыҡлы, күкрәгенең аҫҡы өлөшө һәм ҡорһағы аҡ төҫтә. Суҡышы, күҙҙәре тирәһендәге яланғас тиреһе һәм аяғы ал ҡыҙыл. Муйыны һәм аяғы оҙон, ҡойроғо ҡыҫҡа. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Ояһын (диаметры 1,5 м тиклем) ҡоро ботаҡтарҙан ағас башында ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 3—5 һорғолт аҡ йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 17—32 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Ваҡ балыҡ, тәлмәрйен, кимереүсе, бөжәк, селәүсен, моллюскылар менән туҡлана. Тигеҙ урмандарҙа, башлыса әрәмәләрҙә йәшәй. БР‑ҙа Архангел, Бөрйән, Мәләүез райондарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.10.2022