Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АМЁБАЛАР

Просмотров: 750

АМЁБАЛАР (Amoebina), саркодалылар отряды. Яҡынса 40 төрө билдәле, сөсө һыу ятҡылыҡтарында, һирәгерәк диңгеҙҙәрҙә һәм тупраҡта таралған. Башҡортостанда 10‑дан ашыу төрө осрай. Тән формаһы үҙгәреүсән, үлсәме 20—700 мкм. Цитоплазма үҫентеләре — псевдоподиялар (ялған аяҡтар) — ярҙамында хәрәкәт итә. Енесһеҙ юл м-н (ғәҙәттә, ике өлөшкә бүленеп) үрсей. Насар шарттарҙа цисталар барлыҡҡа килтерә. Ирекле йәшәүсе төрҙәре (протей А., лимакс А.) бактериялар, ылымыҡтар, ваҡ иң ябайҙар м-н туҡлана; хайуандар эсәгендә йәшәүсе паразит А. (сусҡа А., бал ҡорто А. һ.б.) ҡайһы берҙә хужаһының күҙәнәктәре м-н туҡланыуға күсә. Дизентерия А. кешелә амёба дизентерияһын тыуҙыра. А. күп төрҙәре биол. таҙартыу ҡоролмаларының актив ләме составына инә.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: