Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АПОЛЛОН

Просмотров: 923

АПОЛЛОН (Parnassius apollo), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 9 см тиклем, аҡ (инә күбәләктеке ҡара йәки һары тәңкәләр менән тоноҡланған). Алғы ҡанаттарында (тышҡы сите үтә күренмәле) ҙур, ҡара, артҡыларында ҡара ҡаймалы 2 ҡыҙыл тап айырылып тора. Инә күбәләк йомро аҡ йомортҡа һала. Ҡарышлауығы ҡара, ҡабырғалары буйлап ике рәт ҡыҙғылт таптары бар. Ерҙә йоҡа ҡурсаҡ көбөндә ҡурсаҡлана, ҡурсаҡтары күгелйем, оҙонлоғо 1,8—2,4 см. Формалашҡан ҡарышлауыҡтар йомортҡа ҡабығында ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты июнь—июлдә, көндөҙ оса. Өлкән бөжәктәр — үҫемлек сәскәһенең нектары, ҡарышлауыҡтар кәрләстең төрлө төрҙәре менән туҡлана. БР‑ҙың таулы райондарында йәшәй. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022