Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӨКЛӨ КҮБӘЛӘК

Просмотров: 909

ЙӨКЛӨ КҮБӘЛӘК (Ascalaphus macaronius), селтәр ҡанатлылар отрядының көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Кавказ аръяғында, Көнбайыш Себер, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 20 мм тиклем, ҡара йөндәр менән ҡапланған. Ҡанаттары ярылы, алғылары — төбөндә һары төҫтә, өҫкө өлөшөндә үтә күренеүсән, ҡараһыу таптар бар; артҡылары — һары төҫтә, төбөндә һәм осонда ҡара биҙәк бар. Күҙҙәре йыйырсыҡ менән ике өлөшкә бүленгән. Мыйығы оҙон, осонда суҡмар рәүешендәге бер аҙ киңәйгән. Енси диморфизм күҙәтелмәй. Йомортҡаларын үлән һабаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары таштар йәки ҡойолған япраҡтар аҫтында йәшәй, ҡомло тупраҡта йомро ебәк ҡуҙыларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтың үҫеше 3 аҙна тирәһе бара. Өлкән бөжәк июнь аҙағынан июлгә тиклем оса. Й.к. һәм уның ҡарышлауыҡтары — йыртҡыс, ваҡ бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары менән туҡланалар. БР‑ҙа урман‑дала һәм дала райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.А.Книсс, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные статьи: