Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРҺЫҠ

Просмотров: 867

БУРҺЫҠ (Meles meles), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарында, далала, ярым сүллектәрҙә таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 60—90 см, ауырлығы 16—17 кг. Арҡаһы һәм ҡабырғалары һорғолт көрән төҫтә, кәүҙәһенең аҫ яғы ҡараһыу көрән, башының ҡырҙарында танауынан ҡолағынаса һуҙылған ҡара һыҙаттар бар. Аяғы табанлы, бармағы оҙонса, тырнағы ҙур, бөгөлгән, өң ҡаҙыуға һәм тамыр ҡаҙып алыуға ҡулайлашҡан. Ҡойроғо ҡыҫҡа (20 см тиклем). Моногам. Ата Б. енси яҡтан — 3 йылда, инәһе 2 йылда өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 1—6 (йышыраҡ 2) бала тыуҙыра. 10—12 йыл йәшәй. Төндә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала. Емеш-еләк, бәшмәк, сәтләүек, тамыр, тамырһабаҡ, ш. уҡ умыртҡаһыҙҙар (лайлалы ҡусҡарҙар, бөжәктәр һ.б.) һәм умыртҡа- лылар (тәлмәрйендәр, кеҫәрткеләр, ҡоштар, сысҡан һымаҡ кимереүселәр) м‑н туҡлана. Уба, һыҙа, урман йырындары битләүендә ҡаҙған ер аҫты өңдәрендә йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Б. майы халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.В.Едрёнкин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019