Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠБАЛЫҠ

Просмотров: 866

АҠБАЛЫҠ (Stenodus leucichthys), алабалыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Каспий диңгеҙе басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см, ауырлығы 20 кг тиклем. Ҡабырғалары аҡ, көмөш төҫлө, тимгелдәре юҡ, тәңкәләре эре. Ауыҙы ҙур, яңаҡ һөйәктәрендә, төрәне һәм телендә ваҡ ҡына тештәре бар. Үткенсе балыҡ. Енси яҡтан 5—7 йылда өлгөрә. Ғүмерендә 1—2 тапҡыр сент.—нояб. ыуылдырыҡ сәсә (2—3 йыл аша). Үрсеү өсөн Волга, Кама йй., ҡайһы ваҡыт Урал й. инә. Үрсемлелеге — 250 меңдән ашыу һыу төбөнә сәселгән насар йәбешеүсән ыуылдырыҡ. Ыуылдырыҡ сәскәндән һуң оло балыҡтар диңгеҙгә ҡайта. Сельдь, диңгеҙ сабағы селбәрәләре, атерина һәм ташбаштар м‑н туҡлана. Ыуылдырыҡ сәсергә юлланғанда ашамай. Ҡиммәтле кәсеп балығы. 20 б. 50‑се йй. аҙ. тиклем Өфө й. А. үрсеү урындарының береһе була, әммә ыуылдырыҡ сәсеү өсөн миграция юлдарын ябыу (Волгала гидроузел төҙөү), балыҡтың респ. ихтиофаунаһынан юғалыуына килтерә. Башҡортостанда А. яһалма үрсетеү м‑н 1908—57 йй. Өфө дәүләт балыҡсылыҡ з‑ды шөғөлләнә. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.: Никольский Г.В. Частная ихтиология. 3‑е изд., испр. и доп. М., 1971.

И.П.Дьяченко

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019