Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРЫН ЙӨҘӨҮСЕЛӘР

Просмотров: 921

ҠЫРЫН ЙӨҘӨҮСЕЛӘР, т ө р л ө а я ҡ л ы ҡ ы ҫ а л а һ ы м а ҡ т а р (Amphipoda), ҡыҫала һымаҡтар отряды. Яҡынса 4500 төрө, БР‑ҙа 4 төрө билдәле. Кәүҙәһе 15— 18 мм оҙонлоҡта, ян-яҡтан ҡыҫылған, дуға һымаҡ бөгөлгән: баштан, күкрәктән (6 йәки 7 сегмент) һәм ҡорһаҡтан (6 сегмент) тора. Күкрәк аяҡтары (уларҙың төбөндә өҫтәлмә айғолаҡ үҫентеләре бар) хәрәкәт итеү һәм тын алыу, ҡорһаҡтағы тәүге өс пар аяҡ — йөҙөү, ҡалған өс пары һикереү өсөн хеҙмәт итә. Енси диморфизм хас: ата заттар ҙурыраҡ, мыйыҡтары оҙонораҡ һәм күкрәк аяҡтарының тәүге ике пары формаһы б‑са башҡараҡ. Йомортҡалар инә ҡыҫалаларҙың күкрәк аяҡтары пластинкалары хасил иткән етлегеү камераларына һалына. Йомортҡаларҙан оло заттарҙан әллә ни айырылмаған йәш ҡыҫалалар сыға; күл Ҡ.й. йылына 2 быуын бирә. Күпселеге бөтә нәмә м‑н дә туҡлана, араларында йыртҡыстар бар. Dikerogammarus haemobaphes һәм Corophium curvispinum һыу ағымдарында, ҡырын йөҙөүсе бөрсә ш. уҡ мәмерйә һыуҙарында һәм инештәрендә тереклек итә, күл Ҡ.й. Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғының һыу ятҡылыҡтарында осрай. Балыҡ, һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ, өйрәк гельминтоздарын (полиморфоз, стрептокароз, тетрамероз) тыуҙырғыстарҙың аралыҡ хужаһы.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019