Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУФЫЙ СИҢЕРТКӘ

Просмотров: 767

СУФЫЙ СИҢЕРТКӘ (Mantis religiosa), суфый сиңерткәләр отрядының ысын сиңерткәләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла, Африкала, Австралияла һәм Төньяҡ Америкалатаралған. Кәүҙә оҙонлоғо 40–60 мм (инә бөжәк эрерәк), һорғолт йәшел, һары, йәшел һәм көрән төҫтәр өҫтөнлөк итә. 2 пар ҡанаты бар: алғылары тарыраҡ, артҡылары елпеүес һымаҡ йыйыла. Башы хәрәкәтсән, ауыҙ аппараты кимереүсе. Аяҡтары яҡшы үҫешкән, алғы аяҡтарында осло эре сәнскеләре бар; аяҡтарының эске яғында ҡара тап бар, йыш ҡына был таптың уртаһында асыҡ төҫтәге “күҙ” була. Йомортҡаларын төркөмдәр м‑н дөйөм тышлыҡта (оотека) үҫемлектәргә һала. Киләһе йылдың яҙына йомортҡаларҙан ваҡ, артҡа йүнәлтелгән сәнскеле балағорттар сыға; улар 7–8 тапҡыр ҡау һала һәм оло бөжәккә әйләнә. С.с. көндөҙ әүҙем. Оло бөжәктәр – үрмәкселәр, тура ҡанатлылар, ике ҡанатлылар һ.б. бөжәктәр, балағорттары кебләләр м‑н туҡлана. БР‑ҙың дала һәм урман‑дала райондарында осрай. Ҡоротҡос бөжәктәрҙе ашай, энтомофаг. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Р.К.Степанова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019