Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАМҠАЛАР

Просмотров: 753

ҠАМҠАЛАР, к о к ц и н е л л и д а л а р (Coccinellidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. 4 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 26 төрө: ике нөктәле Ҡ., ете нөктәле Ҡ., ун дүрт нөктәле Ҡ., егерме ике нөктәле Ҡ., үҙгәреүсән һ.б.

Кәүҙәһе өҫ яҡтан ҡабарынҡы, аҫ яҡтан ялпаҡ, оҙонлоғо 4—7 мм. Төҫө сағыу (ҡыҙыл, һары һәм аҡ төҫтәрҙең берләшмәһе). Өҫкө ҡанаты ваҡ ҡара таплы. Башы бәләкәй, алғы күкрәгенә инеп тора. Аяғы 4 быуынтыҡлы. Йомортҡалары сағыу һары, япраҡтарҙың аҫ яғына һала. Балағорттары шыртлы, сөйәлле, ҡыҙғылт‑һары таплы ҡара төҫтә, үҫемлектәрҙә асыҡ рәүештә йәшәйҙәр. Ҡурсаҡтары ҡыҙыл. Япраҡтың аҫҡы яғында ҡурсаҡланалар. Йәш ҡуңыҙҙар ҡурсаҡланыуҙан һуң 1—2 аҙнанан күренә башлай. БР шарттарында миҙгел эсендә 1—2 быуын үҫә. Ҡуңыҙҙар ағас ҡайы-рылары аҫтында, ағас ҡыуышында, урман түшәмәһе аҫтында, ҡайһы берҙә ҡаралты ярыҡтарында ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Күпселек бөжәк ашаусы умыртҡалылар өсөн ашарға яраҡһыҙ. Ҡ. һәм уларҙың балағорттары һурнастар, аҡ ҡанатлы көйәләр, үрмәксе ауы талпандары, гөбләләр, күбәләктәрҙең, япраҡ ҡуңыҙҙарының, ҡандалаларҙың йомортҡалары һәм балағорттары һ.б. м‑н туҡлана. Урманда, далала, болонда йәшәй; респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Ҡ. а.х. һәм урман культураларын биол. һаҡлау өсөн ҡулланалар. 

Р.К.Степанова

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019