Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАРШЫ КҮКЕНЕ

Просмотров: 760

ШАРШЫ КҮКЕНЕ (Alburnoides bipunctatus), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Арал, Балтик, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәр басс. таралған. БР‑ҙа Ағиҙел й. (Башҡорт ҡурсаулығынан алып Салауат ҡ. тиклемге участ­кала) һәм уның уң ярҙағы тау ҡушылдыҡтарында, ҡайһы берҙә таҙа быуаларҙа һәм күлдәрҙә йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 13 см, ауырлығы 30 г тиклем. Кәүҙәһе ныҡ яҫы, арҡаһы йәшкелт, ян‑яғы һарғылт көмөш төҫлө, ян‑яғы буйлап ике пунктир һыҙыҡ үтә. Тәңкәһе ваҡ. Башы бәләкәй, ауыҙы аҫҡы яңаҡ өҫтөнән бер аҙ сығып тороусы морон осонда урынлашҡан. Йылға балығы. Енси яҡтан 2 йылда өлгөрә. Май—июндә ташлы‑ҡырсынташлы шаршыларҙа ыуылдырыҡ сәсә.

Ыуылдырыҡтары ваҡ, өлөшләп сәселә һәм таштарға беркетелә. Үрсемлелеге — яҡынса 1 мең ыуылдырыҡ бөртөгө. Бөжәктәр, планктон ҡыҫала һымаҡтары, һирәгерәк ылымыҡтар м‑н туҡлана. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019