Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРКӨТ

Просмотров: 1082

 

БӨРКӨТ (Aquila chrysaetos), ҡарағоштар затына ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 84—90 см, ҡанатының ҡоласы 2 м тиклем. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ (елкәһендә ҡауырһындары оҙонса, осло), ҡараһыу көрән, ә башы һәм муйыны ерән‑алтынһыу төҫтә. Аяғы ҡыҫҡа, осло кәкре тырнаҡлы, көслө. Енси диморфизм хас: инә Б. ҙурыраҡ. Моногам. Ояһын (диаметры 1,5—2 м, бейеклеге 2 м тиклем) йыуан ботаҡтан ағаста (15—20 м бейеклектә) йәки ваҡ ботаҡтан һәм ҡоро үләндән ҡая башында ҡора. Һәр бер парҙың төрлө йылда сиратлап урынлашҡан бер нисә ояһы була. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 1—3 көрән һәм һорғолт таплы тоноҡ аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 43—45 көн баҫа, ата Б. ояға һирәк ултыра. Көндөҙгө йыртҡыс ҡош, ҙур ҡоштар, имеҙеүселәр (байбаҡтар, йомрандар, ҡуяндар, һыуһарҙар, төлкөләр, тояҡлы йәш хайуандар) менән туҡлана. Ҡаялы тауҙарҙа һәм ҡалҡыу урындарҙа осрай. БР‑ҙа Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм урман‑дала зонаһында таралған.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.10.2022