Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКҠОЛОВ Мөнир Кәрәмәт улы

Просмотров: 1252

БИКҠОЛОВ Мөнир Кәрәмәт улы (25.3.1944, Чкалов өлкәһе Ғабдрафиҡ а. — 23.7.2016, Өфө ҡ.), Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. 1971—2004 йй. “БЭТО” ААЙ‑ында механик йыйыу эштәре слесары булып эшләй. Цехта хеҙмәтте ойоштороуҙың бригада системаһын индереүҙе башлап ебәреүселәрҙең береһе. Махсус техника аппаратураһы комплексын производствоға индереүҙә актив ҡатнаша, уға ҡулайламалар әҙерләй һәм етештерә. 1‑се (1991), 2‑се (1986) һәм 3‑сө (1980) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023
Связанные темы рубрикатора: