БАБАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
1814
БАБАЙ, Пава-сола, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалмыябаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 55 км алыҫлыҡта Ушъя й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 558 кеше; 1920 — 624; 1939 — 581; 1959 — 673; 1989 — 386; 2002 — 387; 2010 — 336 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.
Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1631 й. билдәле. 1795 й. 76 кеше йәшәгән, 1865 й. 49 йортта — 292 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән.
В.А.Акиев
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: