Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЖЕНОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 829

БАЖЕНОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Баженов а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 147 кеше; 1920 — 267; 1939 — 434; 1959 — 270; 1989 — 1092; 2002 — 1191; 2010 — 1120 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына, 18 б. аҙ. алып коллегия советнигы Г.Богинскийҙың (19 б. 2‑се ярт. действительный статский советник И.Ф.Базилевскийҙыҡы, 20 б. башында сауҙагәр Н.И.Шихобаловтыҡы була) Григорьевка имениеһы булараҡ билдәле. 1865 й. Григорьевка (Бажановка, Ҡарамалы) исеме м‑н теркәлгән, 71 йортта 507 кеше йәшәгән. Игенселек һәм малс‑ҡ, тегенселек эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 буяу з‑ды, 2 һыу тирмәне булған. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 60‑сы йй. аҙ. Б. Бәләбәй с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы (30‑сы йй. нигеҙ һалынған) ҡушылған. Б.И.Петров ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019