Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТЫРШИН Нәҡий Хурамша улы

Просмотров: 767

БАТЫРШИН Нәҡий Хурамша улы (11.4.1932, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Айҙарәле а. — 28.5.2002, Ҡазан), инженер-төҙөүсе. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Ташауыҙ уҡытыусылар (1952) һәм Ҡаҙағстан политехник (Рудный ҡ., 1969) ин‑ттарын тамамлаған. 1956 й. алып “Соколоврудстрой” тресы (Рудный) мастеры, өлкән прорабы, бүлек начальнигы. 1971—92 йй. “Татагропромстрой” берекмәһендә (Ҡазан) эшләй: 245‑се ПМК‑ның баш инженеры, нач.; 1987 й. башлап бүлек нач. урынбаҫары. Б. ҡатнашлығында Соколов-Сарбай тау-байыҡтырыу комб‑тын (Ҡаҙаҡ ССР‑ы) этаплап төҙөү алымы эшләнә һәм индерелә. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Тәрж. Р.Х.Сәғитов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019