Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРСУКОВ Владимир Фёдорович

Просмотров: 1953

БАРСУКОВ Владимир Фёдорович (1.11.1953, Өфө), инженер-механик. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1998), РФ транспортының почётлы хеҙм‑ре (2000). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Бөтә Союз “Союзнефтеавтоматика” ПБ‑ның Махсус проект-конструкторлыҡ бюроһында эшләй. 1978 й. алып “Ремстройдормаш” з‑ды инженер-конструкторы, 1981 й. — инженер-технологы, 1983 й. — участка нач., 1986 й. — “Башспецнефтестрой” тресының 8‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы баш механигы, 1987 й. — Башҡ‑н троллейбус з‑дының (бөтәһе лә — Өфө) баш инженеры, 1995 й. — ген. директоры. 2009 й. башлап "Мосгортранс" ДУП-ы филиалының Мәскәү троллейбус з-ды, 2010 й. — "С.М.Киров исемендәге Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводы" ФДУП-ының трамвай комплексы дир., 2011 й. — "ОЗНА — Октябрьский механика заводы" ЯСЙ-ның идарасы директоры. Б. етәкс. Башҡортостан троллейбус заводында троллейбустарҙы 5 моделен һәм уларҙың 15 модификацияһын эшләү ойошторола һәм үҙләштерелә. БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 3‑сө саҡырылыш депутаты. РФ-тың (2011) һәм БР‑ҙың (2005) фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.12.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: