Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРЛЫБАЕВ Әҙеһәм Әғзәм улы

Просмотров: 709

БАРЛЫБАЕВ Әҙеһәм Әғзәм улы (30.8.1958, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). Ростов ун‑тын тамамлағандан һуң (1981) ӨАИ‑ла, 1984 й. алып СДПИ‑ла уҡыта. 1994 й. башлап БДУ‑ның Сибай ин‑тында: 1998 й. алып дир. урынбаҫары, 2000 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 2006 й. — иҡт. ф‑ты деканы; бер үк ваҡытта 2005 й. башлап БР ФА‑ның Төбәк тикшеренеүҙәр ин‑ты лаб. мөдире, 2009 й. — БДАУ‑ҙың Урал аръяғы филиалы (икеһе лә — Сибай ҡ.) дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. реформалау, индивидуаль‑ғаилә секторын һәм ауыл ерендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Институциональная эволюция агрохозяйственной системы современной России и индивидуально‑семейные хозяйства. Уфа, 2005; Инвестиционные ресурсы устойчивого сельского развития: формирование, использование, управление. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019