Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘЫҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 782

БАҘЫҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Борон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Ҡуғанаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Баҙыҡ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 669 кеше; 1920 — 873; 1939 — 714; 1959 — 461; 1989 — 282; 2002 — 238; 2010 — 206 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 18 б. 30‑сы йй. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1757 й. һәм 1830 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша, 1795 й. ш. уҡ шарттарҙа — яһаҡлы татарҙар. 1865 й. 40 йортта 292 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. З.Р.Хәмзин ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019