Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКҠОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 658

БИКҠОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 518 кеше; 1920 — 576; 1939 — 533; 1959 — 466; 1989 — 268; 2002 — 299; 2010 — 200 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Садовый урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1804 й. һәм 1815 й. араһында Бәләбәй өйәҙенең Илекәй‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әйүп һәм Айытҡол Бикҡоловтар билдәле. Шулай уҡ Миәкә-Ҡуңҡаҫ исеме м‑н билдәле була. 1865 й. 30 йортта 286 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ауыл янында Бикҡол торамалары табылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019