Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БӨРӨ”

Просмотров: 1672

“БӨРӨ”, элеватор, ААЙ. Пр‑тие составына элеватор (1941 й. нигеҙләнгән), складтар инә. 2005 й. 50 кеше эшләгән. Элеваторҙың һыйҙырышлығы — 73 мең т, 3 механизацияланған ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә 4 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм эшкәртеү өсөн ағымлы юлы бар. 1996—99 йй. йыллыҡ иген ҡабул итеү уртаса 24 мең т тәшкил иткән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1912 й. иген складтары булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып иген тапшырыу пункты, 1938 й. — иген ҡабул итеү пункты, 1941 й. — “Б.” элеваторы, 2000 й. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала.

Й.М.Ғабдуллин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019