Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШТИРӘК, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 660

БИШТИРӘК, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанболаҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 116 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 95 км алыҫлыҡта Ергәйеш й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 317 кеше; 1989 — 210; 2002 — 221; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

1927—28 йй. Йылайыр кантонында шул уҡ кантондың Байыш а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала, 30‑сы йй. алып “Oвцевод” с‑зының 3‑сө бүлексәһе тип аталған, 1953 й. — Ейәнсура с‑зының 3‑сө ферма ҡасабаһы, 1961 й. Ейәнсура с‑зының (Биштирәк) 3‑сө ферма ҡасабаһы булараҡ теркәлгән, 70‑се йй. алып ауыл статусын һәм хәҙерге исемен йөрөтә.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: