ТУПРАҠТЫ БОНИТИРОВКАЛАУ
ТУПРАҠТЫ БОНИТИРОВКАЛАУ, тупраҡ сифатын төп а.х. культураларының күп йыллыҡ уңыш биреү күрһәткестәрен сағыштырып баһалау. Ергә иҡт. баһа биреүҙә, ер кадастрын алып барыуҙа, мелиорация үткәреүҙә, игенселек системаһын камиллаштырыуҙа һ.б. осраҡтарҙа ҡулланыла. Т.б. тупраҡтың механик составы, серетмә һәм үҫемлектәрҙең туҡланыу элементтары күләме, һыу һәм йылылыҡ режимдары күрһәткестәре, эрозияланғанлыҡ һ.б. иҫәпкә алына. Тупраҡтың бонитеты балл м‑н билдәләнә. Рәсәйҙә Краснодар крайының ҡара тупраҡ бонитеты эталон итеп алынған (100 балл). Башҡортостанда иң юғары балл (35—40) йыуылған һәм типик эрозияланмаған уртаса ҡатламлы ҡара тупраҡҡа бирелгән (көньяҡ урман‑дала зонаһы һәм Урал алды дала зонаһы), иң түбән балл (18—20) кәҫле көлһыу тупраҡта һәм аҡһыл һоро урман тупрағында билдәләнә (төньяҡ урман‑дала зонаһы һәм төньяҡ‑көнсығыш урман-дала зонаһы). Тупраҡ эрозияһы, татырланыуы һ.б. осраҡтарҙа бонитет кәмей. 20 б. 60—70‑се йй. Т.б. проблемалары БАХИ‑ла С.Н.Тайсинов етәкс. өйрәнелә. 70‑се йй. “ВолгоНИИгипрозем” ин‑тының Башҡ‑н филиалы тарафынан респ. бөтә АСК хужалыҡтарында Т.б. үткәрелә, уның һөҙөмтәләре нигеҙендә “БАССР ауыл хужалығы ерҙәренең сифат яғынан баһаһы (бонитировкаһы)” картаһы (СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге, 1977) нәшер ителә.
Ф.Х.Хәзиев
Тәрж. Г.А.Миһранова