Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 689

БУРАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡыҙрас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Асылыкүлгә ҡойоусы Шарлама й. буйында, Асылыкүл тәбиғи паркында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 865 кеше; 1920 — 884; 1939 — 544; 1959 — 412; 1989 — 311; 2002 — 306; 2010 — 309 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡыҙрас урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Ҡанлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1741 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Күсәк һәм Өмөтбай Буранғоловтар билдәле. 1795 й. 24 йортта 88 кеше йәшәгән, 1865 й. 93 йортта — 591 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ тирмән, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында балыҡ тотоу, күмер үртәү булған.

Т.М.Глазкова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: