Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛТЫРҒАН

Просмотров: 1837

БАЛТЫРҒАН (Heracleum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ Америка һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда себер Б. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡырлы‑бураҙналы, тармаҡлы, 60—200 см бейеклектә. Япрағы ҡауырһын формаһында, эре. Сәскәһе йәшкелт һары, ҡатмарлы сатырға йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — эленеп торған емешлек, июль—сент. өлгөрә. Бөтә райондарҙа ла осрай, ҡайын, уҫаҡ, киң япраҡлы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, болонда үҫә. Йәш япраҡтары һәм һабағы ашауға яраҡлы. Дарыу, мал аҙығы үҫемлеге һәм баллы үҫемлек. Сосновский Б. культураға индерелгән. Һабағы көслө, эсе ҡыуыш, 3 м тиклем бейеклектә, оҙонлоғо 1,5 м еткән эре ҡаурый япраҡлы. 1000 орлоғоноң ауырлығы 12—15 г. Һыу яратыусы һәм һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Көҙөн сәсәләр, рәт араһы — 60—70 см, сәсеү нормаһы — 25—30 кг/га, сәсеү тәрәнлеге — 1,5—2,5 см. Үҫеү осоронда 2 тапҡыр сабып алына. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 700, бесән — 90, орлоҡ — 7; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 17—20% протеин, 40%‑ҡа тиклем азотһыҙ экстрактив матдә, 8—14% көл бар (Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 1975—86). Ҡатнаш силос әҙерләүҙә ҡулланыла. Сосновский Б. һутында кешеләрҙә дерматит тыуҙырыусы фурокумарин бар. Сосновский Б. эшкәртеү технологияһы БАХИ‑ла (С.Н.Надежкин) 70—80‑се йй. уйлап табылған. Төньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында, көньяҡ урман‑дала зонаһында һәм тау‑урман зонаһында үҫтереүгә тәҡдим ителгән.

Е.В.Кучеров, С.Н.Надежкин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: