Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУЗОВЬЯЗОВСКОЕ, алмағас сорты

Просмотров: 582

БУЗОВЬЯЗОВСКОЕ, алмағас сорты. 1948 й. Х.Ә.Әхмәтов тарафынан Боҙаяҙ емеш питомнигында сығарыла. Уртаса бейеклектәге ағас, йыйнаҡ оҙонса сатырлы. Ботағы ҡараһыу көрән, һорғолт. Үрендеһе ҡыҙғылт төҫмөрлө. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йомро йәки киң оҙонса формала, ҡара йәшел, аҙ төклө, бысҡы ситле, тигеҙ киртләсле. Япраҡ пластинкалары күтәренке. Емеше уртаса ҙурлыҡта, ауырлығы 100—110 г, бер аҙ ялпаҡ‑оҙонса. Балауыҙ‑һарғылт төҫтә, күпселек өлөшөндә ҡыҙғылт һары алһыулыҡ бар. Тиресәһе майлы. Итсәһе һарғылт аҡ, тығыҙ, эре ярмалы, уртаса һутлы, яҡшы әскелтем‑сөсө тәмле. Сент. уртаһында өлгөрә, ҡулланыу ваҡыты — окт. алып февр. аҙағына тиклем. Ҡоро матдә миҡдары 13,1%, шәкәр — 9,4%, С витамины — 6,5мг%. Ҡышҡа сыҙамлылығы уртаса, паршаға бирешмәүсе сорт. Уртаса уңдырышлылығы 101 ц/ га (Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы, 1996—2000). БАССР б‑са 1955 й. ҡулланылышҡа индерелгән, урман‑дала һәм дала ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Г.Ә.Мансуров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019