Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУЛАТОВ Анатолий Павлович

Просмотров: 956

БУЛАТОВ Анатолий Павлович (14.9.1939, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Түбәнге Ләмәҙ а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1994). Ҡурған а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ҡурған өлк. Белозёрск р‑нының “Маяҡ” к‑зы баш зоотехнигы, 1968 й. алып Ҡурған а.х. ин‑тының зоотехния ф‑ты деканы урынбаҫары, 1971 й. — Төмән а.х. ин‑тының а.х. малдарын ашатыу һәм үрсетеү каф. мөдире, 1981 й. — Бөтә Союз а.х. малдары физиол., биохимияһы һәм туҡланыуы ҒТИ‑ның (Боровск ҡ.) бүлек мөдире, 1988 й. — Ҡурған а.х. академияһының а.х. малдарын ашатыу каф. мөдире, 2013 й. алып уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2007 й. башлап “Кормление сельскохозяйственных животных и кормопроизводство” (“Ауыл хужалығы малдарын ашатыу һәм мал аҙығы етештереү”) ж. баш мөхәррире. Фәнни хеҙмәттәре ауыл хужалығы малдарын ашатыу системаһын камиллаштырыуға арналған. Б. Урал аръяғының төрлө мал аҙығы культураларынан сенаж етештереү технологияһын уйлап таба. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Кормовая база современного животноводства. Курган, 2002 (авторҙ.); Основы производства и переработки говядины. Курган, 2003 (авторҙ.); Экспертиза кормов и кормовых добавок. Новосибирск, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: