Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРТЕМЬЕВТАР

Просмотров: 1169

АРТЕМЬЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Васильевич А., Дума дворяны. Баяр балаларынан. Ҡазанды алыуҙа (1552) ҡатнаша. 16 б. 70‑се йй. Өфө ҡәлғәһен төҙөүгә урын һайлау һәм хеҙмәтле кешеләргә ер бүлеү өсөн ике тапҡыр Башҡортостанға ебәрелә. Уның ейәндәре: Гаврила Захарович А. 1589 й. поместье һәм аҡсалата эш хаҡына хәрби хеҙмәткә алына. 1590 й. алып воевода ярҙамсыһы, 1607 й. Өфө өйәҙе воеводаһы вазифаһын башҡарыусы. 1613 й. ҡарай Шөғөр й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында 40 сирек ере була; Михаил Захарович А. 1592 й. хәрби хеҙмәткә алына. 1613 й. ҡарай Шаҡша (Өфө й. ҡушылдығы) һәм Шөғөр йй. буйында 50 сирек ере була. Гаврила Захарович А. балалары: Михаил Гаврилович А. 17 б. башында хәрби хеҙмәткә алына. 1611 й. 2 ауылы, Шаҡша һәм Шөғөр йй. буйында 60 сирек ере була. 1623—24 йй. Өфөлә һәм Мәскәүҙә ҡалмыҡ илселеге ҡарамағындағы пристав, 1650 й. Өфө стрелецтары башлығы; Василий Гаврилович А. 17 б. башында хәрби хеҙмәткә алына. 1635 й. Себер батшаһы улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. 1647—56 йй. Нуғай даруғаһының застава башлығы. 1626 й. ҡарай ауылы һәм Шаҡша й. буйында 30 сирек ере була. Шулай уҡ билдәлеләре: Илья Михайлович А. 1681 й. хәрби хеҙмәткә алына. Башҡорт ихтилалы (1662—64) ваҡытында баш күтәреүселәр м‑н ярашыу т‑да һөйләшеүҙәр алып бара, 1675 й. Ҡырым походтарында (1687 й. һәм 1689 й.) ҡатнашыу өсөн башҡорттарҙан отрядтар төҙөй; Селиверст Матвеевич А., коллегия асессоры, 1767—69 йй. Өфө дворянлығы етәксеһе; Михаил Иванович А., поручик, ген.‑майор кенәз П.И.Багратион ҡарамағындағы адъютант. А.В.Суворовтың 1799 й. Италия һәм Швейцария походтарында ҡатнашыусы; Александр Иванович А., 1844—55 йй. “Казанские губернские ведомости” (“Ҡазан губерна ведомостары”) гәз. мөхәррире. А. нәҫеле Ырымбур губернаһының һәм Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. 19 б. башында Генераль ыҙанлау б‑са А. 11 вәкиле яҡынса 1,5 мең дисәтинә ер биләгән. 17—19 бб. Башҡортостанда нәҫелдең 58 вәкиле хеҙмәт иткән.

Әҙәб.: Новиков В.А. Сборник материалов для истории уфимского дворянства. Уфа, 1879; Текст “Отводной книги по Уфе” (1591/92—1629 гг.) //Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019