Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАШОВТАР

Просмотров: 1003

БАЛАШОВТАР, Балашевтар, завод хужалары. Дворяндарҙан. Билдәлеләре: Александр Дмитриевич Б. (13.7.1770, Мәскәү — 8.5.1837, Кронштадт ҡ.), ген.‑адъютант (1809), инфантериянан ген. (1823). Дәүләт советы ағзаһы (1810 й. алып). Паж корпусын тамамлаған (С.‑Петербург, 1791). 1791—1834 йй. рус армияһында. Лейб‑гвардия Измайлов полкында хеҙмәт итә, 1795 й. алып — армия пехотаһында; 1797 й. башлап Ҡазан гарнизоны ком., 1799 й. — Омск ҡәлғәһе коменданты. 1800—02 йй. Ревель ҡ. хәрби губернаторы, 1804 й. алып — Мәскәү, 1808 й. башлап С.‑Петербург обер‑полицмейстеры, 1809—12 йй. С.‑Петербург хәрби губернаторы, бер үк ваҡытта 1810—12 йй. һәм 1819 й. окт.—нояб. полиция министры. 1812 й. Ватан һуғышы һәм 1813—14 йй. рус ғәскәрҙәренең сит илгә походтары осоронда император Александр I эргәһендә була, ополчение ойоштороуҙа ҡатнаша. 1819—28 йй. Воронеж, Орёл, Рязань, Тамбов һәм Тула губ. ген.‑губернаторы. Ҡатыны Е.П.Бекетова (ҡара: Бекетовтар) бирнәһе сифатында Эҫем заводтарын ала. 19 б. 20‑се йй. аҙағында Минйәр заводын һатып ала. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1826), 1‑се (1814), 3‑сө (1807) дәрәжә Изге Владимир, Изге Александр Невский (1811), 1‑се дәрәжә (1805) алмаслы (1808), 3‑сө дәрәжә (1798) Изге Анна, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Уның улы Пётр Александрович Б. (?—1845, Рим), камергер, коллегия советнигы. Мираҫҡа Минйәр һәм Эҫем з‑дтарын ала. Уның улдары: Николай Петрович Б. (1840—?), обер‑егермейстер (1904). Дәүләт советы ағзаһы (1905 й. алып). 1874—79 йй. Подольск губ. дворянлығы етәксеһе, 1891—1905 йй. Эске эштәр министры советы ағзаһы; Иван Петрович Б. (1842—?), обер‑егермейстер, Сәнғәтте дәртләндереү йәмғиәте вице‑президенты. Николай Петрович һәм Иван Петрович Б. 1866 й. Николаевка заводына, 1899 й. Әшә‑Балашов заводына нигеҙ һала. 1913 й. Эҫем тау округы акционерлаштырылғандан һуң, акцияларҙың күпселек өлөшө (8200) улар ҡулында була. 20 б. башына ҡарай Б. Өфө губернаһында яҡынса 260 мең дисәтинә ере һәм 4 тау заводы була.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019