Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТЫРШИНДАР

Просмотров: 1101

БАТЫРШИНДАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Батырша, Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Аллағыуат а. башҡорттарынан. Уның улы — Әлүк Б., штабс‑капитан. 1794 й. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа, 1799 й. А.В.Суворовтың Италия һәм Швейцария походтарында ҡатнашыусы. Мәскәү гренадер, 1796 й. алып лейб‑гвардия Павлов полктарында хеҙмәт итә. 1815 й. отставкала. Уның 5 улының 3‑һө билдәле: Искәндәр Б. (1820, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Аллағыуат а. — ?), Неплюев хәрби уч‑щеһын (Ырымбур ҡ., 1836) тамамлағандан һуң шунда уҡ уҡыта; Сөләймән Б. (1825, Аллағыуат а. — ?), Неплюев хәрби уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1842) тәржемәсе булып хеҙмәт итә; Мөхәмәтҡунафи Б., Ҡазан ун‑тын тамамлаған. Б. нәҫеле 19 б. башында Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019