Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕМЫШ ЗАВОДЫ

Просмотров: 991

БЕМЫШ ЗАВОДЫ, 1755 й. Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Бемыж й. (Вятка й. басс.) буйында Осокиндар баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Осокиндар, 1777 й. алып Е.И.Лебедев, 1866 й. — ҡаҙна, 1878 й. — А.А.Лебедев. 1756 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе; 1774 й. 4 баҡыр иретеү мейесе, 1 шплейзофен һәм 5 гармахер горны, 1 ҙур сүкеш; 18 б. аҙ. 7 баҡыр иретеү мейесе, 1 шплейзофен һәм 2 гармахер горны; 1860 й. ҡарай 3 шахталы баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен һәм гармахер горндары була. Заводҡа 182 рудник ҡарай, 1797 й. табан — 216 рудник, шуларҙың 4‑һе эшләй, 1860 й. — 12. 18 б. аҙ. Б.з. яҡынса 11,4 мең дисәтинә ер биләй. Заводта 253 посессион крәҫтиән иҫәпләнә, 18 б. аҙ. мастеровой һәм эшсе кешеләр — 464, 1860 й. — 435, крепостной крәҫтиән (ярҙамсы эштәрҙә) — 296. Эшләү дәүерендә 130 мең бот баҡыр иретелә; уртаса етештереүсәнлек йылына — 1,8 мең бот, макс. — 2,6 мең бот (1843). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 1773 й. дек. крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө Мәсәғүт Ғүмәров отрядына ҡушыла. 1863— 67 йй. һәм 1880 й. завод эшләмәй; 1882 й. ябыла (яна). Хәҙ. көндә завод ҡасабаһы урынында Удмурт Республикаһының Бемыж а. урынлашҡан.

Әҙәб.: Аннинский заводы мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.08.2023