Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕНАРДАКИҘАР, завод хужалары

Просмотров: 921

БЕНАРДАКИҘАР, завод хужалары. Дмитрий Егорович Б. (1802—19.6.1870, С.‑Петербург), гвардия поручигы. 1837 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1826) Үрге Троицк заводын, Түбәнге Троицк заводын һәм Өҫән‑Ивановка заводын, 1859 й. Әүжән‑Петровск заводтарын һатып ала. 1852 й. Алафузов буҫтау фабрикаһын төҙөй. Бәләбәй өйәҙендә 8 ауылдан — Александровка, Дмитриевка (хәҙ. юҡ), Анновка, Екатериновка, Елизаветино (Бәләбәй р‑ны), Константиновка, Леонидовка, Николаевканан (Туймазы р‑ны) — торған имение хужаһы була. 19 б. 40‑сы йй. аҙ. — 60‑сы йй. Вологда, Вятка, Калуга һәм Түбәнге Новгород губ. фабрика һәм заводтар хужаһы була, Себерҙә алтын табыуҙы үҫтереүгә өлөш индерә, Уралда, Себерҙә һәм С.‑Петербург губ. күмәртәләп шарап һатыу м‑н шөғөлләнә. Б. мөлкәте 20 млн һумға баһалана. Уның улдары: Константин Дмитриевич Б., Урал‑Волга металлургия акционерҙар йәмғиәтенең Петербург ком‑ты ағзаһы, Комаровский тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Урал тау заводтары акционерҙар йәмғиәтенә нигеҙ һалыусы; Леонид Дмитриевич Б., коллегия асессоры. Ырымбур губернаһында Спас һәм Владимир алтын приискылары хужаһы. 1860 й. Бәләбәй ҡ. мәхәллә училищеһын ойоштороуға 300 һум иғәнә бирә.

Әҙәб.: Гудков Г.Ф., Гудкова З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019