Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРҪӨТ ЗАВОДЫ

Просмотров: 801

БӨРҪӨТ ЗАВОДЫ, 1744 й. Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Бөрҫөт й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар), И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар), А.И.Маленков тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. 1748 й. эшләй башлай. Хужалары: Маленков, Мясников һәм Твердышев, 1748 й. алып Маленков, 1749 й. — Маленков һәм Г.И.Глазов, 1760 й. — Маленков һәм улдары, 1785 й. — А.И. һәм А.А. Маленковтар, П.Попов. 4 баҡыр иретеү мейесе, 2 крица горны була. Заводҡа бәләкәй 136 рудник ҡарай. Заводта 180 мастеровой һәм эшсе кеше иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә 13,4 мең бот таҙа баҡыр иретелә; уртаса етештереүсәнлек — йылына 500 бот, макс. —978 бот (1757). 1774—76 йй., 1784—87 йй. һәм 1791 й. алып эшләмәй, 1806 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында ТР‑ҙың Мамадыш р‑ны Бөрҫөт а. урынлашҡан.

Әҙәб.: Аннинский заводы мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019