Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРА БӨРЛӨГӘН

Просмотров: 805

ҠАРА БӨРЛӨГӘН, рубус затына ҡараған үҫемлек төрө. 400‑ҙән аршыу төрө билдәле, Төньяҡ Америкала һәм Евразияла таралған. Ҡ.б. ҡырағай рәүештә үҫкән Америка һәм Европа төрҙәрен ҡушыу һөҙөмтәһендә алынған 300‑гә яҡын сортын үҫтерәләр. Башҡортостанда күк бөрлөгән үҫә. Бейеклеге 0,5—1,5 м булған ҡыуаҡ. Һабағы дуға рәүешендә күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, күгелйем төҫтә, төкһөҙ йәки төклө, тура һәм бөгөлгән сәнскеләр м‑н ҡапланған. Япрағы өсәрле, һаплы (һабы ҡаты төклө), япраҡсаһы йомортҡа формаһында, ян япраҡсаһы — ултырма. Сәскәһе аҡ. Сәскәлеге – ҡуйы булмаған ҡалҡан һымаҡ суҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — һутлы, күп төшлө, ҡара йәки ҡара‑ҡыҙыл төҫтә, күгелйем ҡуныҡлы, сәскә төбөнә ҡуша үҫә һәм уның өҫкө итсәле өлөшө м‑н бергә сыға, июль—авг. өлгөрә. Йылға ярында, дымлы урманда, йырында, ҡыуаҡлыҡта үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Баллы, мал аҙығы үҫемлеге. Тупраҡты нығыта. Составында С, Е витаминдары, каротин, органик к‑талар, шәкәрҙәр, флавоноидтар булған емештәре аҙыҡ итеп һәм халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019