БОГОЯВЛЕНСК ЗАВОДЫ
БОГОЯВЛЕНСК ЗАВОДЫ, 1751 й. И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан Нуғай даруғаһы Кесе Табын һәм Юрматы улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Тоҙйылға й. буйында баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышев һәм Мясников, 1783 й. алып Бекетовтар, 1834 й. — Пашковтар; 1918 й. национализациялана. Богоявленск тау округына ингән. 1752 й. эшләй башлай. 8 баҡыр иретеү мейесе, 1806 й. — 6 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен, гармахер һәм штык горндары, 19 б. башында 12 баҡыр иретеү мейесе, 3 шплейзофен, 1 гармахер һәм 1 штык горны була. 18 б. аҙ. ҡарата Б.з. яҡынса 60 мең дисәтинә ер биләй; заводҡа 122 рудник (16‑һы эшләй) ҡарай, 19 б. 30‑сы йй. уртаһында — 145 рудник (9‑ы эшләй). 1773 й. ҡарата заводта 820 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) иҫәпләнә; 1805 й. мастеровой һәм эшсе кешеләр — 722, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр — 695; 1860 й. эшселәр (ҡара: Эшселәр синыфы) — 1080; 1887 й. — 450. Эшләү дәүерендә яҡынса 1,3 млн бот саф баҡыр иретелә, уртаса етештереүсәнлек — йылына 10 мең бот, макс. — 19 мең бот (1858, 1860). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 80‑гә яҡын крәҫтиән баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1893 й. завод реконструкциялана (быяла етештерә башлай); уртаса етештереүсәнлек — йылына 75 мең м2 рус быялаһы һәм 40 мең м2 бем быялаһы. 1773—75 йй. эшләмәй. Б.з. нигеҙендә Красноусол быяла заводы барлыҡҡа килә. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Ғафури р‑нының Красноусол а. урынлашҡан. Б.з. биналар комплексы (төп корпус, оҫтаханалар урынлашҡан ярҙамсы корпус, завод идаралығы; 19 б. башы) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.
З.И.Гудкова
Тәрж. Д.К.Үзбәков