Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРЖУАЗИЯ

Просмотров: 1092

БУРЖУАЗИЯ (фр. bourgeoisie — ҡала кешеләре), сауҙа, сәнәғәт, кредит‑финанс һ.б. эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килем алыусы ижтимағи синыф, капитал хужалары. Б. барлыҡҡа килеүе һәм формалашыуы баҙар мөнәсәбәте генезисына һәм йәмғиәттең соц. айырымланыуына бәйле. Рәсәйҙә Б., айырыуса эре сәнәғәт Б., барлыҡҡа килеү процесы крепостной хоҡуҡтың оҙаҡҡа һуҙылыуы һөҙөмтәһендә тотҡарланып килә. Башҡортостанда Б. формалашыуы сауҙа, игенселек, һөнәрселек үҫеше, тау заводтары, а.х. продукцияһын эшкәртеү пр‑тиелары, шарап ҡыуыу заводтары, күн заводтары, кирбес һуғыу һәм поташ заводтарының барлыҡҡа килеүе, ҡалаларҙың үҫеүе м‑н бәйле була һәм төбәкте хөкүмәт тарафынан һәм ирекле колониялаштырыуҙың көсәйеүе м‑н бергә бара. Б. үҫешенең төбәк айырымлыҡтары иҡтисад үҙенсәлеге, эшҡыуарлыҡты хөкүмәт яҡлауы м‑н билдәләнә.

18 б. Башҡортостанда Б. тәүге вәкилдәре тау заводы хужалары була. Тау заводы эшҡыуарлығы м‑н сауҙагәрҙәр, дворянлыҡ вәкилдәре, урындағы мәғдән сәнәғәтселәре, мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр шөғөлләнә. Сауҙа һәм ростовщиклыҡ капиталы хужалары айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Сауҙа башлыса урыҫ һәм татар сауҙагәрҙәре ҡулында була. Сауҙа итеүҙән йыйылған капиталды эре һәм урта Б. приискылар һәм рудниктар, торф ятҡылыҡтары, урман һ.б. һатып алыуға, сәнәғәт һәм сауҙа пр‑тиеларын үҫтереүгә һала. Крәҫтиән реформаһынан һуң Б. хәлле крәҫтиәндәр, алыпһатар һөнәрселәр, ер алыпһатарҙары, ростовщиктар иҫәбенә арта. Б. артыуына алтын табыу, урман, аҙыҡ‑түлек һәм сәнәғәттең табыш килтереүсе башҡа тармаҡтарының үҫеүе булышлыҡ итә. Ҙур сығым талап иткән тау сәнәғәтендә сәнәғәтселәр һаны бик аҙ була. Төбәк сәнәғәтенең төп өлөшө урыҫ Б. ҡулында туплана. Башҡорттар араһында Б. вәкилдәре һаны арта, уларҙың күпселек өлөшө һөнәрселек кәсебе, аралашлыҡ операциялары һәм ваҡ сауҙа м‑н шөғөлләнә. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында капиталдан һәм күсемһеҙ милектән алынған килем иҫәбенә 4962 хужалыҡ, ш. иҫ. 683 башҡорт хужалығы, йәшәгән; 22137 хужалыҡ, ш. иҫ. 2676 башҡорт хужалығы, сауҙа м‑н шөғөлләнгән. Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы ер биләүҙә һәм ерҙе файҙаланыуҙа капиталистик тәртиптең таралыуына ҡамасаулай. Эре башҡорт сәнәғәтселәре: Бәхтейәровтар, Дәүләтшиндар, Ҡотлобаевтар, Әбделлатиповтар (урман сәнәғәте); Ғәрәбовтар, Ғәбитовтар, Ҡадировтар, Шәриповтар (алтын табыу сәнәғәте); Вәлитовтар, Усмановтар, Үтәмешевтәр (фабрика‑завод сәнәғәте) һ.б. Ваҡ Б. күп һанлы була, ул башлыса ҡала һәм ауылдың ваҡ сауҙа‑сәнәғәт пр‑тиелары хужаларынан, хәлле а.х. етештереүселәренән (ҡара: Кулактар) тора. Б. иҡт. һәм сәйәси йоғонтоһо артҡан һайын, уның ҡала думалары, земстволар эшмәкәрлегендәге роле ҙурая; Б. присяжныйҙар ин‑тында вәкиллек ала һәм башҡалар. Б. формалашыу сығанаҡтарының береһе булып чиновниктар тора: протекция һәм мәғлүмәткә эйә булыу һатыу‑һатып алыу әйберенә әүерелә. Б. вәкилдәре хәйриә м‑н шөғөлләнә, мәғарифҡа, мәҙәниәткә һ.б. аҡса бүлә (Бекетовтар, Блохиндар, В.И.Видинеев һ.б.). Б. мәнфәғәттәрен төрлө йәмғиәт ойошмалары һәм акционерҙар йәмғиәттәре (Белорет заводтары йәмғиәте, Инйәр тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте, Кнауф тау заводтары компанияһы, Комаровский тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Урал тау заводтары акционерҙар йәмғиәте, Көньяҡ Урал металлургия йәмғиәте, Ҡыштым тау заводтары йәмғиәте, “Өфө крайының сауҙа һәм сәнәғәт иттифағы”, Өфө тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте, Соҡсон тау заводтары ширҡәте, Урал-Волга металлургия акционерҙар йәмғиәте, Һирге‑Өпәле тау заводтары ширҡәте һ.б.), сәйәси партиялар (Халыҡ азатлығы партияһы, Рәсәй мосолмандары иттифағы, “Союз 17 октября” һ.б.), гәзиттәр (“Ваҡыт”, “Тормош”, “Уфимский вестник” һ.б.) сағылдыра. Б. революцияла (1917) һәм Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнаша. Национализациялау барышында эре сәнәғәт-финанс һәм сауҙа Б. властан, етештереү сараларынан көсләп ситләтелә һәм бөтөрөлә. Ваҡ Б. 20‑се йй. аҙағына ҡарай юҡҡа сыға (ҡара: Яңы иҡтисади сәйәсәт). 80‑се йй. уртаһынан баҙар иҡтисадының үҫеүе һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһенең киңәйеүе м‑н шәхси милекселәр һәм эшҡыуарҙар соц. төркөмөнөң үҫеш процесы күҙәтелә.

Х.Ф.Усманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019