БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ
БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ, хореографик кәүҙәләнеште иҫәпкә алып, сценарий планы нигеҙендә ижад ителеүсе, балет спектаклен оҙатып барған һәм уның художестволы идеяһын һәм образлы драматик йөкмәткеһен асып биргән музыка. Б.м. үҙ эсенә масштабы һәм драматургия функциялары б‑са төрлө булған традицион классик формаларҙы — соло (вариациялар, монологтар, сәхнә күренештәре), ансамбль номерҙарын (адажио, па-де-де, па-де-труа), күмәк бейеүҙәр (сюита, дивертисмент) һ.б. — ала. Масштаблы симфониялаштырылған хореографик сәхнә күренештәре м‑н берләшә алған номерлы структураға эйә. Башҡортостанда Б.м. формалашыуы 20 б. 40-сы йй. башҡа муз.‑сәхнә жанрҙарының (опера, музыкаль комедия, инструменталь һәм симфоник музыканың төрлө формалары) үҙләштерелеүе һәм үҫеше м‑н бер үк ваҡытта башлана һәм илдәге музыкаль мәҙәниәттең дөйөм үҫеше м‑н бәйле. Тәүҙә Б.м. М.М.Вәлиевтең “Һаҡмар”, Н.К.Чемберджиҙың “Ҡарлуғас”, “Аҡбуҙат” кеүек тәүге операларҙың бер өлөшө булып тора һәм халыҡ йырҙарыннан, инструменталь көйҙәр интонацияларына нигеҙләнгән традицион йолаларҙан, халыҡ уйындарынан, әйлән‑бәйлән йырҙарынан һәм көнкүрешкә бәйле бейеү эпизодтарынан ғибәрәт була. Тәүге башҡ. балеты “Сыңрау торна” ла халыҡ көйҙәре (“Сыңрау торна”, “Ҡара юрға”, “Ирәндек”, “Перовский”, “Заһиҙә” һ.б.) киң файҙаланыла. Бында башҡ. мелосы үҙенсәлектәре классик балет жанрҙары һәм формалары м‑н берләшә, спектаклдең музыкаһында һәм хореографик партитураһында симфониялаштырыу алымдары ҡулланыла. “Тау бөркөтө” һәм А.С.Ключарёвтың “Горная быль” (“Тау риүәйәте”) балеттары башҡ. балетындағы яңы тарихи‑героик йүнәлеште билдәләй. Был спектаклдәрҙең милли үҙенсәлеге халыҡ көйҙәрен өҙөмтәләүҙә, оркестрҙа ҡурай һәм ҡумыҙ яңғырашын имитациялаусы музыка ҡоралдарын ҡулланыуҙа, импровизацияланған оҙон көй стихияһын вариантлы симфоник үҫеш м‑н берләштереүҙә сағыла. М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са ҡуйылған Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”) балеты башҡорт әҙәбиәте һәм театрҙың хореография м‑н үҙ‑ара бәйләнешенең тәүге тәжрибәһе булып тора. Образдарҙы асыуҙа психологик башланғысты көсәйтеү, өҙөмтәләрҙән баш тартыу һәм муз. фольклор м‑н самалы бәйләнгән оригиналь автор тематизмын булдырыу, монотематизм принциптарын файҙаланып, музыканы симфониялаштырыу — былар Б.м. яңылыҡ була. 60—70‑се йй. башында Б.м. байыуы Н.Ғ.Сабитов эшмәкәрлеге м‑н бәйле. Композитор Б.м. жанр‑тематик сиктәрен киңәйтә, заманса сюжеттарға балеттар (“Гөлнәзирә”, “Яратам һине, тормош”, “Айгөл иле”) һәм балалар өсөн тәүге балет әҫәрҙәрен (“Буратино”, “Мурзилка-космонавт”) ижад итә. Сабитовтың Б.м. образдар сфераһын сағыштырыу яңы саралар һәм жанр‑стиль алымдары м‑н байытылған. Спектаклдә уйнаған төп геройҙарҙың характеристикаһында башҡ. музыкаһына хас пентатоника өҫтөнлөк итә. Композитор халыҡ көйҙәренән өҙөмтәләр килтереү м‑н бер рәттән халыҡ музыкаһы жанрҙары (оҙон көй, ҡыҫҡа көй, ҡобайыр, таҡмаҡ) үҙенсәлектәренә таяна, революцион йырҙар, заманса ҡала фольклоры, эстрада музыкаһы һәм джаз интонацияларын һәм ритмдарын индерә. Кире образдар — Европа бейеү жанрҙары вальс, мазурка, тангоның гротеск һынылышы (“Гөлнәзирә”); һуғыш һәм агрессия көсө Д.Д.Шостаковичтың “Ленинград симфонияһы” (“Ленинградская симфония”) музыкаһына стилистик яҡтан яҡын булған марштың киҫкен график интонациялары (“Яратам һине, тормош”) һәм баҫып алыусылар темаһында сериялы техника элементтары м‑н остинато көй‑ритм формулалары ярҙамында (“Айгөл иле”) һүрәтләнә. Сабитовтың Б.м. сағыу оркестр колориты, музыка ҡоралдарының киң мөмкинлектәрен оҫта ҡулланыу айырып тора. Б.м. беренсе тапҡыр оркестр яңғырашында яңы тембр булараҡ хор файҙаланыла (“Айгөл иле”). Сабитовтың Б.м. башҡ. муз. театры тарихында иң юғары баҫҡыстарҙың береһенә әүерелә һәм башҡ. композиторҙары ижадында балет жанрының артабанғы үҫеш юлдарын билдәләй.
70—90‑сы йй. Б.м. 20 б. муз. һәм пластика лексикаһына ҡараған яңы стиль йүнәлештәрен эҙләү м‑н билдәләнә. М.Х.Әхмәтовтың “Маугли”, Р.М.Хәсәновтың “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”), Л.З.Исмәғилеваның “Хужа Насретдин” балеттарында әкиәт-легенда, “Ай тотолған төндә” балетында соц.‑көнкүреш темалары дауам итә. Фольклорҙың айырым элементтарының синтезы, халыҡ музыкаһы формалары һәм жанрҙарының заманса композитор техникаһы м‑н берләшеүе балеттарҙың музыкаль телен әүҙем яңыртыуға булышлыҡ итә. Образдар өлкәһен полярлаштырыу әкиәти һәм реаль сюжеттарҙы асыуҙа артабан үҫеш һәм яңы аңлатма ала. Уҫал хан (“Ҡурай тураһында легенда”), фанатик аҡһаҡалдар, яуыз Дәрүиш һәм йүләр Диуана (“Ай тотолған төндә”), риба алыусы һаран Йәғәфәр һәм ебегән фалсы Гуслия Гуссейндарҙың (“Хужа Насретдин”) музыкаль характеристикаларында гротеск элементтары ҡулланыла. Композиторҙар, үҙенсәлекле тембрлы көнсығыш музыка ҡоралдары яңғырашын ҡабатлап, оркестрҙың һүрәтләү саралары өлкәһендә тәжрибә үткәрәләр. Бөтөн балет композицияһын булдырыу музыкаль туҡыманы симфониялаштырыу, сюита һәм туранан‑тура үҫеш принциптарын лейтмотив техникаһы м‑н берләштереү һөҙөмтәһендә өлгәшелә. Хәҙ. Б.м. интонацион‑тематик аркалар, реминисценциялар, ҡатмарлы полифоник үрелмә һәм темаларҙы өҫтәп һалыу алымдары, аһәңлелек, лад, тембр һәм жанр яғынан трансформацияланып, киң ҡулланыла. Милли музыка жанрҙары элементтары 20 б. композицияһы саралары — яңы оригиналь атҡарылыш тапҡан полистилистика, сериялы техника алымдары, алеаторика, сонористика — м‑н берләшә.
Әҙәб.: Ахмадеева Г.Н. Башкирский балет. Уфа, 2003.
Ғ.Н.Әхмәҙиева
Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова