Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШЕНЁВ Валерий Алексеевич

Просмотров: 1766

БАШЕНЁВ Валерий Алексеевич (22.2.1942, Карпинск ҡ.), баянсы, педагог, музыка‑йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (2003). БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Гнесиндар исемендәге Музыкаль‑педагогия институтын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1970; В.Ф.Беляков класы), 1971—74 йй. шунда уҡ стажировка үтә (етәкселәре: В.Ф.Беляков, С.М.Колобков). 1970—2003 йй. ӨДСА‑ла уҡыта: 1978—81 йй. һәм 1982—86 йй. вокаль‑оркестр факультеты деканы, 1981—82 йй. һәм 1986—89 йй. уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор; бер үк ваҡытта 1974—96 йй. Башҡорт филармонияһы солисы, әҙәби‑музыкаль лекторий концертмейстеры. 2003 й. алып БДПУ‑ның музыка ҡоралдары һәм музыка теорияһы кафедраһы мөдире, 2013—16 йй. музыка ҡоралдары һәм музыка‑компьютер технологиялары кафедраһы профессоры.

  Б. башҡарыу сәнғәте  тәьҫирле һәм хис‑тойғоло булыуы, музыкаль әҫәрҙәрҙе үҙенсәлекле интерпретациялауы, камил башҡарыу техникаһы менән айырылып тора. Репертуарында сит ил һәм ватан композиторҙары әҫәрҙәре. 20 б. 70—90 йй. ӨДСИ‑нең күп тембрлы баян квинтеты (В.Ф.Беляков, В.И.Литвин, В.В.Фильчёв, Р.Ю.Шәйхетдинов менән) һәм баянсылар триоһы (В.П.Суханов һәм Р.Ю.Шәйхетдинов менән) составында сығыш яһай. Б. етәкселегендә ӨДСИ‑нең халыҡ ҡоралдары оркестры — Мәскәү ҡ. үткәрелгән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале дипломанты (1985), “Музыкаль ҡумта” квартеты Халыҡ‑ара конкурс (Новосибирск ҡ., 2001), БДПУ‑ның баянсылар квинтеты Халыҡ‑ара конкурс (Өфө ҡ., 2016) лауреаты һ.б. була. ГДР‑ҙа (Галле ҡ., 1986), Мәскәү (1987, 1989), Ҡазан (1989) ҡҡ. үткән БАССР мәҙәниәте көндәрендә; Бөтә Рәсәй халыҡ музыкаһы фестивалендә (Өфө ҡ., 1994) ҡатнаша. Уҡыусылары араһында РФ‑тың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре В.И.Лавришин, А.Н.Яҡупов, РФ‑тың атҡаҙанған артистары С.Е.Безбородов, С.А.Брык, РФ‑тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре А.Г.Ильин, В.Е.Краснов, Г.А.Лузин, Л.И.Коржавина, В.Н.Фёдоров. Р.Х.Ғәзизов, Н.Я.Инякин, З.Ғ.Исмәғилев һ.б. әҫәрҙәренә халыҡ ҡоралдары өсөн эшкәртмәләр авторы. Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән (2013).

  Әҙәб.: В творческом поиске: Сборник материалов. Уфа, 2000; Вехи становления и развития Уфимской государственной академии искусств имени Загира Исмагилова. Уфа, 2008.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.08.2023